9 декабрь, Йома

20 март 2013 йыл, 13:05

Өфөнөң йәштәр сәйәсәте учреждениелары белгестәренә эш хаҡы арттырыла

автор: Людмила Терновая

Өфөнөң йәштәр сәйәсәте учреждениелары белгестәренең эш хаҡына өҫтәмә түләү ике мең һумға тиклем арттырыла. Бындай ҡарар бөгөн Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышында ҡабул ителде.

— Үткән йылда йәштәр сәйәсәте өлкәһендә эшләгән белгестәргә – йәмғеһе 127 кешегә социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында ҡала округы Советы ҡарары менән уларҙың эш хаҡына берәр мең һум өҫтәнек, — тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. – Быйыл өҫтәмә түләүҙе ике мең һумға тиклем арттырырға уйлайбыҙ. 2012 йылдағы эшмәкәрлек йомғаҡтары буйынса шуны әйтергә була: бындай финанс ярҙам кадрҙар алмашыныусанлығына тәьҫир итә. Белгестәр был өлкәнән юғарыраҡ хеҙмәт хаҡы түләнгән икенсе эш урындарына китмәй башланы.