Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Саскавий» матурлыҡ конкурсы үтте

Йәмғиәт

Мишкә ауылында 16-28 йәштәрҙәге мари ҡыҙҙары араһында «Саскавий» («Сәскә») матурлыҡ конкурсы үтте. Бындай бәйге Мишкә районында тәүгә үткәрелде. Халыҡ йолаларын тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү сараның төп маҡсаты булып торҙо.

Гүзәллек бәйгеһендә 15 ҡыҙ ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар, педагогтар ҙа булды. Конкурста ҡатнашыусылар төрлө һынауҙар аша үтте: йыр, таҡмаҡ, халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙы, шиғыр уҡыны, үҙҙәренең тыуған яғы, халҡы, мәҙәниәте һәм йолалары тураһында һөйләне, милли костюмдар тәҡдим итте.

Һөҙөмтәлә еңеүсе тип Кристина Сайпушева табылды. Элеонора Салмиярова — беренсе, Наталья Мишингина — икенсе, Татьяна Русаева өсөнсө булды.

Еңеүселәр һәм барлыҡ ҡатнашыусылар иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть