Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Рима Баталова: «Үҫмерҙәр спортын камиллаштырыу өсөн саралар комплексы әҙерләнде»

Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова үҙенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты.

Беренселәрҙән булып депутатҡа йәштәр сәйәсәтен үҫтереү башланғысы менән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко мөрәжәғәт итте. Рима Баталова закон сығарыу башланғыстары буйынса документтар менән танышырға һүҙ бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан йәштәренең ҡайһы бер тәҡдимдәре Дәүләт Думаһының профилле комитеты ултырыштарына ҡаралған һәм перспективалы тип танылған.

Шулай уҡ Рима Баталоваға коммерция предприятиеһы етәксеһе яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам итеү проекты менән мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәренсә, проект сиктәрендә үҙ эшен асырға теләгәндәр өсөн юридик консультациялар һәм семинарҙар үткәреү, шулай уҡ билдәле бизнесмендар, етәкселәр һәм эксперттар менән осрашыуҙар ойоштороу ҡаралған. Рима Баталова әҙерләнгән планға юғары баһа бирҙе һәм төбәктә уны яҡтыртыуға булышлыҡ итергә һүҙ бирҙе.

Спорт мәктәбе директоры парламентарийға республикала балалар-үҫмерҙәр спортына ярҙам итеү үтенесе менән килде. Депутат йәш спортсылар араһынан кадрҙар резервын әҙерләүҙе даими камиллаштырыу һәм тренировкалар үткәреү шарттарын яҡшырыту буйынса федераль кимәлдә күрелгән саралар тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, үҫмерҙәр спортын камиллаштырыу өсөн саралар комплексы ҙур ҡалаларға ғына түгел, район үҙәктәренә лә ҡағыла.

Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте йәмәғәт ойошмаһы вәкиле депутатҡа социаль программаны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Программа күреү һәләте насар булған балаларҙың ата-әсәләре өсөн методик әсбаптар әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Рима Баталова был башланғысты хупланы һәм кәрәкле махсус әҙәбиәт туплауҙа ярҙам күрһәтергә һүҙ бирҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть