6 декабрь, Шишәмбе

20 март 2013 йыл, 10:56

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының эш төркөмө Өфөгә килде

автор: Эльвира Латипова

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән граждандарға дәүләт һәм муниципаль милектә булған ер участкаларын бушлай биреү практикаһына анализ яһау буйынса эш төркөмө Өфөгә килде. Төркөм етәксеһе – Тулы хоҡуҡлы вәкил ярҙамсыһы Юрий Золотарев.

Шишәмбе, 19 мартта, эш төркөмө Ауырғазы районының Толбазы ауылында, Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә һәм Нуғайлыла (Өфө ҡалаһының Октябрьский районы) күп балы ғаиләләргә бушлай бүленгән ер участкаларын ҡараны.

БР Торлаҡ төҙөлөшө фондында эш төркөмө «Торлаҡҡа мохтаж граждандарҙы иҫәпкә алыу» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы мөмкинлектәре менән танышты.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә кәңәшмә үтәсәк, унда әлеге сәфәргә йомғаҡ яһаласаҡ.