Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө йән башына иҫәптә ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше буйынса миллионлы ҡалалар араһында икенсе урында тора

Иҡтисад

Өфөлә 2012 йылда ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 367 миллиард һум тәшкил иткән, 2011 йыл күрһәткесе менән сағыштырмаса, был 9,1 процентҡа күберәк. Дөйөм республика ваҡлап сауҙа итеү әйләнешенең 58 проценты Өфөгә тура килә. Был хаҡта Өфө мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин хәбәр итте.

Йән башына иҫәптә ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше буйынса Башҡортостан баш ҡалаһы Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында икенсе урында килә.

Өфөлә 2012 йылда дөйөм туҡланыу күләме 15,4 миллиард һум тәшкил иткән. Екатеринбург һәм Пермдән һуң был өсөнсө күрһәткес.

Көнкүреш хеҙмәттәре күләмдәре 14,4 миллиард һум менән иҫәпләнә, Ҡаҙандан һуң был икенсе күрһәткес.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһе Өфөлә яңы объекттар менән тулылана.

— Былтыр сауҙа һәм дөйөм туҡланыу өлкәһендә 139 яңы объект файҙаланыуға тапшырылды, уларҙың дөйөм майҙаны 80 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Ике меңдән ашыу эш урыны булдырылды, — тип хәбәр итте Марат Ғәлиуллин.

Шулай итеп, мэрия мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгө көндә Өфөлә 4717 сауҙа объекты һәм 1262 дөйөм туҡланыу предприятиеһы эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть