10 декабрь, Шәмбе

20 март 2013 йыл, 9:23

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре йыл башынан алып 28,1 процентҡа артҡан

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда ғинуар-февраль айҙарында торлаҡ төҙөлөшө күләме, 2011 йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 28,1 процентҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостанстат хәбәр итә. Ике ай эсендә 1865 фатир файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың дөйөм күләме 185,6 мең квадрат метр тәшкил итә.

Төҙөлгән торлаҡтың төп өлөшө элеккесә шәхси төҙөүселәргә тура килә: 137,5 мең квадрат метр (1224 йорт). Шул уҡ ваҡытта, статистиктар билдәләүенсә, республикала предприятиелар һәм ойошмалар менән төҙөлгән торлаҡ күләме арта: 2012 йылдың ғинуар-февраль айҙарында улар 13,1 мең квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырһа, 2013 йылдың тәүге ике айында был күрһәткес 48,1 мең тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө күләмендә шәхси төҙөүселәр менән сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 90,9 проценттан 74,1-гә тиклем кәмегән.

Ауыл ерендә ғинуар-февраль айҙарында – 96,2 мең, ҡалаларҙа 89,4 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан 2013 йылдың тәүге ике айында торлаҡ йорттар төҙөү буйынса икенсе урында тора, шул уҡ күрһәткес буйынса йән башына иҫәптә республика алтынсы урынды биләй.