Фото:
Яңауылда ҡалдыҡтарҙан эшләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе асылды





Фото:




Яңауылдың Йәш техниктар станцияһында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған экологик күргәҙмә асылды.
— Күргәҙмәлә балалар менән эшләнгән 250-гә яҡын әйбер тәҡдим ителә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: барлыҡ экспонаттар полиэтилен, ҡағыҙ, ҡатырға, резина, быяла, бысҡы онтағы кеүек ҡалдыҡтарҙан эшләнгән, — тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Күргәҙмә аҙна аҙағынаса эшләйәсәк.






