9 декабрь, Йома

19 март 2013 йыл, 17:58

Халыҡ-ара Ер көнөндә Өфө планетарийында Ер-Әсә тураһында документаль фильм күрһәтеләсәк

автор: Галина Бахшиева

20 маррта, Халыҡ-ара Ер көнөндә, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә Өфө планетарийында «Йорт» (HOME) исемле документаль фильм күрһәтеләсәк. Режиссерҙар – Ян Артюс-Бертран һәм Люк Бессон.

Был фильм 20 йыл дауамында Ер шарының төрлө төбәктәрендә юғары бейеклектән төшөрөлгән. Ул планетабыҙҙың иҫ китмәле матурлығы, шулай уҡ уның ғәжәйеп тарихы хаҡында һөйләй. Фильм Ер-Әсәбеҙҙе һаҡларға, киләсәгебеҙ тураһында уйланырға саҡыра, тип хәбәр итте Өфө планетарийы хеҙмәткәре Венера Ишморатова.

Шуныһы мөһим: фильм бушлай таратыла. Режиссер Ян Артюс-Бертран һүҙҙәренсә, фильмдан алынған килем долларҙар йәки евролар менән түгел, ә был таҫманы ҡарап, уйға ҡалған кешеләр һаны менән иҫәпләнә.

Сеанс 19 сәғәттә башлана. Инеү – бушлай.