11 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2013 йыл, 17:15

Төбәктә урман янғындарын һүндереүгә 9 меңдән ашыу кеше һәм 800 берәмек техника йүнәлтеләсәк

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда 2013 йылға урман янғындарын һүндереү планы 2757 кешенән торған махсус төркөмдө һәм 509 берәмек техника йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ урман янғындарын һүндереүгә быйыл урман биләмәләрен ҡуртымға алыусыларҙы ла йәлеп итеү планлаштырыла. Улар 723 кеше һәм 329 берәмек техника һәм ҡорамал йүнәлтәсәк.

БР Урман хужалығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урындағы халыҡты урман янғындарын һүндереүгә йәлеп итеү буйынса оператив планға яршлы, бындай сараларҙа 5710 кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

2012 йылда Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә 220 урман янғыны теркәлгән. Уттан зыян күргән майҙан 1564 гектарҙан ашыу тәшкил иткән.

Урман янғындарын һүндереү тиҙлеге үткән йылда 74,1 процент тәшкил итткән, икенсе төрлө әйткәндә, 163 янғын тәүлек эсендә һүндерелгән.