6 декабрь, Шишәмбе

19 март 2013 йыл, 16:08

Олег Матыцин Башҡортостандың РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Олег Матыцинды Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары итеп тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Олег Юрьевич Матыцин 1970 йылдың 28 ноябрендә Мәскәү өлкәһенең Ступино ҡалаһында тыуған. К.Э.Циолковский исемендәге Мәскәү дәүләт технология университетын, РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1988 йылда «Мосэнерго» компанияһының 17-се йылытыу-электр үҙәгендә иретеп йәбештереүсе булып башлай.

Төрлө йылдарҙа шул уҡ компанияла электромонтер, Башҡортостандың РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең үҙәк йылытыу пункты операторы, Вәкиллектең алдынғы белгесе, баш белгесе, бүлек начальнигы булып эшләй.

2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостандың РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең халыҡ-ара һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе координациялау бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара.

Башҡортостан Президенты Указы менән республиканың Рәсәй Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Матыцин Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы – республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостан Президентының икенсе бойороғо менән Рөстәм Вилданов Башҡортостандың Рәсәй Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.