10 декабрь, Шәмбе

19 март 2013 йыл, 15:24

Республикала һәр һыйырға 10,6 килограмм һөт тура килә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда һәр һыйырҙан 10,6 килограмм һөт һауып алына. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йыл башынан алып тулайым һауым 252 мең тоннаға еткән, шуларҙың 118 мең тоннаһы ауыл хужалығы предприятиеларына тура килә. Был ваҡыт эсендә 107,4 мең тонна һөт һатылған.

Шул уҡ ваҡытта иң күп һөт Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында һауылған. Урындағы хужалыҡтарҙа көн һайын 100-шәр тонна һөт етештерелә.

Был райондарҙың ауыл хужалығы предприятиелары һауым буйынса бер меңлек сикте уҙған да инде – шул тәртиптә 1159 һәм 1063 тонна.