5 декабрь, Дүшәмбе

19 март 2013 йыл, 14:54

«Европа – Көнбайыш Ҡытай» транспорт коридоры төбәктәрҙең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Волга буйы федераль округы биләмәһендә «Европа — Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара автотранспорт коридорын төҙөү төбәктәрҙең иҡтисади үҫшенә булышлыҡ итәсәк. Был хаҡта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов Ҡазанда әлеге проектты тормошҡа ашырыуға әҙерлек буйынса кәңәшмәлә хәбәр итте.

Рәсәй буйлап үткән маршруттың өстән ике өлөшө Волга буйы федераль округы биләмәһенә тура килә. Округ өсөн әлеге проект төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешен тотҡарлаған күптәнге проблеманы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк һәм округтың төньяҡ менән көньяғын заманса автомагистраль менән тоташтырасаҡ.

Маршрут Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан һәм Түбәнге Новгород өлкәһе буйлап үтәсәк.

Халыҡ-ара транспорт маршрутын төҙөү федераль кимәлдәге яңы юл участкаларын төҙөүҙе һәм иҫкеләрен реконструкциялауҙы, трассаны хеҙмәтләндереү объекттары менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.

Михаил Бабич хәбәр итүенсә, халыҡ-ара транспорт маршруты ярҙамында округ төбәктәрендә яңы эш урындары булдырыласаҡ, тауар һәм йөк әйләнеше артасаҡ, туристик индустрия үҫешәсәк.

— План буйынса проектты 2020 йылға тамамлау ҡаралған, әммә беҙ 2018 йылға – Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса Донъя чемпионатына өлгөртөргә тырышасаҡбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Максим Соколов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда халыҡ-ара транспорт коридоры составына ингән юл 2012 йылдың авгусында төҙөлә башланы. Эштәр республиканың Йәрмәкәй районында алып барыла.