8 декабрь, Кесе йома

19 март 2013 йыл, 12:54

Өфөлә спорт хоҡуғы буйынса түңәрәк өҫтәл үтәсәк

автор: Людмила Терновая

22 мартта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы йортонда спорт хоҡуғының формалашыу тарихы һәм уны үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үтә. Сараны ойоштороусылар булып БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Спорт хоҡуғы академияһы автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм Башҡортостан физик культура институты сығыш яһай. Сараға Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Рәсәй спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры советнигы Денис Рогачев, республиканың башҡарма һәм закон сығарыу власы органдары вәкилдәре, юристар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Рәсәйҙә спорт хоҡуғы, спорт өлкәһендә хәүефһеҙлек мәсьәләләре, халыҡтың был өлкәләге хоҡуҡи белеме тураһында фекер алышасаҡ.