7 декабрь, Шаршамбы

19 март 2013 йыл, 12:12

Дәүләт Кремль һарайында «Дуҫлыҡ күпере: Мәскәү – Өфө - Ҡазан» концерты ойошторолдо

автор: Гөлсәсәк Ханнанова

Мәскәүҙә, Дәүләт Кремль һарайында, «Дуҫлыҡ күпере: Мәскәү – Өфө — Ҡазан» тип исемләнгән уникаль концерт үткәрелде. Мәскәү халҡы һәм ҡунаҡтары алдында Татарстан, Башҡортостан һәм Мәсәүҙән иң яҡшы милли башҡарыусылар һәм ижади коллективтар сығыш яһаны.

Сараны Бөтә донъя татарҙары конгресы һәм Мәскәүҙәге «Рух» продюсерлыҡ үҙәге ойошторҙо. Баш ҡала тамашасыһын Татарстандың легендар йырсыһы Ринат Ибраһимов, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов, популяр артистар Нәйлә Фәтихова, Роза Хәбибуллина, Марат Шәрипов, Хәниә Фәрхи, Римма Амангильдина, Рәсим Низамов, Илсаф, Зәйнәп Фәрхетдинова, Зөфәр Билалов, Резеда Шәрәфиева, Рөстәм Асаев, Ришат Төхвәтуллин, Альберт Әсәҙуллин, Алһыу-Фәриҙә, Рөстәм Закиров, Фердинанд Фәтхи, Сирена Зәйнетдинова үҙҙәренең моңло тауыштары менән ҡыуандырҙы. Шулай уҡ виртуоз баянсылар Рөстәм Вәлиев, Вәиз Байрамов, «Голос» телевизион конкурсында ҡатнашыусылар Динә Ғарипова, Эльмира Кәлимуллина, Иделия, «Шүрәле», «Изге ай» төркөмдәре, DJ Радик һәм бөтә донъяға билдәле «КАЗАН» бейеү ансамбле үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

Ҡазандан йәш йырсы Динә Ғарипованың уҡытыусыһы Александр Градский сараның махсус ҡунағы булды. «Евровидении» конкурсында ҡатнашырға әҙерләнгән йырсы тамашасыға бәйгегә ебәрелгән видеоклибын тәҡдим итте. Сарала сюрприздар ҙа булды. Шулай итеп, Татарстанда тыуып үҫкән билдәле актер Марат Башаров йырсы Нәйлә Фәтихова менән туған телендә йыр башҡарҙы. Концертта Рәсәй телевидениеһында билдәле булған Фәриҙә Ҡорбанғәлиева, Лилиә Гильдеева, Максим Шәрәфетдинов, Дмитрий Нестеров һәм Марат Ситдиҡов та ҡатнашты.

«Дуҫлыҡ күпере» — Дәүләт Кремль һарайында Башҡортостан башҡарыусылары ҡатнашлығында үткәрелгән икенсе сара. Беренсе бындай концерт 2011 йылдың ноябрендә шулай уҡ «Рух» үҙәге менән ойошторолдо һәм ҙур уңыш менән үтте.