11 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2013 йыл, 11:28

«Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә Масленица байрамы үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

«Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә Масленица байрамы үтте. Өфөлөләр төрлө уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашты, тәмле ҡоймаҡтан ауыҙ итте.

Викторина барышында кескәйҙәр байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы, уның әһәмите, шулай уҡ боронғо йолалар хаҡында хәбәрҙар булды.

Күңелле сарала Масленица тураһында шиғырҙар, таҡмаҡтар, йырҙар яңғыраны. Байрам уңайынан балалар үҙ һәләттәрен күрһәтте. Был көндө ата-әсәләр өсөн дә уйындар ойошторолдо. Әсәләр гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашып, бейеүҙәр, байрам тураһында йырҙар башҡарҙы. Барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, конкурста Свтлана Дзюбенко еңеп сыҡты.

«Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә үткәрелгән сара ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әүерелде. Өлкәндәр һәм балалар тағы ла бер тапҡыр борондан килгән йолаларҙы иҫкә алды.