8 декабрь, Кесе йома

19 март 2013 йыл, 11:03

Стәрлетамаҡ йәштәренә эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк

автор: Эльмира Сабирова

21 мартта Стәрлетамаҡтың Мәҙәниәт һарайында «Йәштәргә — эш!» республика йәштәр акцияһы үткәрелә. Программала даими һәм ваҡытлыса эш урындары йәрминкәһе, шулай уҡ һөнәри йүнәлеш биреү буйынса белгестәрҙең консультациялары ҡаралған.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә акцияла ҡатнашыу өсөн ҡаланың 90 ҙур предприятиеһы заявка биргән. Улар иҫәбендә — «СОДА», «КАУСТИК», «Синтез-Каустик», «Красный пролетарий» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Стәрлетамаҡ район-ара элемтә үҙәге, «Востокнефтезаводмонтаж» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Стәрлетамаҡ силикат изделиелар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Сарала 1,5 меңгә яҡын йәш белгестең ҡатнашыуы көтөлә.

Йәштәр өсөн бындай сара Стәрлетамаҡ хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге филиалы, ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге башланғысы менән ойошторола.

Акция 14-17 сәғәттәрҙә үткәрелә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (3473) 24-22-95.