9 декабрь, Йома

19 март 2013 йыл, 10:15

Республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиелары 37,8 мең тонна интервенция фонды игене һатып алған

автор: Галина Бахшиева

Рәсәйҙә биржа сауҙалары башланғандан алып Башҡортостан предприятиелары 37,8 мең тонна интервенция фонды игене һатып алған. Шуларҙың 6,98 мең тоннаһы – 3 класлы иген; 24,88 – 4 класлы; шулай уҡ 0,85 – 5 класлы иген. Бынан тыш, 3,65 мең тонна арыш һәм 1,41 мең тонна арпа һатып алынған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын үҫтереү бүлеге начальнигы Валерий Белов һүҙҙәренсә, тауар интервенциялары тураһында мәғлүмәт Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларына алдан уҡ хәбәр ителгән ине. Сауҙала ҡатнашырға теләгәндәрҙең барыһы ла интервенция фонды игенен ташлама менән һатып алыу мөмкинлегенә эйә, тип иҫәпләй Валерий Белов. Тауар интервенциялары арзан иген һатып алыу мөмкинлеген бирә.

Бөгөнгө көндә сауҙала ҡатнашыуға Башҡортостандың 13 предприятиеһы аккредитация алған. Улар араһында — «Дәүләкән икмәк продукттары комбинаты», «Канаш», «Агар традициялар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Яңауыл ҡатнаш аҙыҡ заводы, «Сибай элеваторы», «Өфө икмәк продукттары комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Аҡкүл элеваторы», «Раевка элеваторы» һәм «Ауырғазы сусҡасылыҡ комплексы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәре.

Интервенция фонды игененә хаҡтар һуңғы сауҙала түбәндәгесә билдәләнгән: 3 класлы игендең тоннаһы – 7600-8025 һум, 4 класлы – 7200-8875 һум, 5 класлы – 8725 һум. Арыш — 5600 һумға, арпа 7275 һумға һатылған.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, интервенция сауҙалары Башҡортостанда 6 февралдә башланған, шул ваҡыттан алып йәмғеһе 11 сауҙа үткәрелгән. Киләһе сауҙа 19-20 мартҡа планлаштырылған.