Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә бильярд спорты буйынса Рәсәй беренселеге ойоштороласаҡ

Йәмғиәт

19-22 мартта Өфөлә 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында бильярд спорты буйынса Рәсәй беренселеге үтә.

Сарала илдең 24 төбәгенән йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ.

Турнирҙы асыу тантанаһы 19 мартта 18.30 сәғәттә «Соло» клубында башлана. Уйындар «Динамо» (К.Маркс урамы,2) һәм «Соло» (К.Маркс урамы,20) спорт клубтарында көн һайын 11-18 сәғәттәрҙә үтә.

Ярым финал уйындары — 21 мартта, финал уйындары 22 мартта «Соло» клубында үткәрелә. Аҙаҡҡы уйын 15.00 сәғәттә башлана.

Бындай турнир Башҡортостан баш ҡалаһында 2011 йылда үткәрелгәйне. Спорт сараһын ойоштороусылар булып БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәте ярҙамында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың бильярд спорты федерациялары сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть