4 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2013 йыл, 17:56

Баш ҡалала «Алтын битлек» фестивале үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Өфөләге белем биреү учреждениеларының театр коллективтары 22 мартта «Алтын битлек» ҡала конкурсының төп призы өсөн көс һынашасаҡ.

Ижади бәйге өс төркөм буйынса (6-9; 10-12; 13-16 йәштәгеләр) үткәрелә. Һәр райондан иң күбендә өс заявка ҡабул ителә. Йәмғеһе биш номинация ҡаралған. Улар – драма спектакле; ҡурсаҡ спектакле; музыкаль спектакль; пластик спектакль; театраль миниатюралар.

Конкурс йомғаҡтары буйынса лауреаттар, номинацияларҙа еңеүселәр һәм иң яҡшы актерлыҡ эштәре билдәләнәсәк.

Конкурс Өфөнөң 26-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә үтә. Башлана – 10 сәғәттә.

Фестивалде ойоштороусылар булып Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Совет районының «Глобус» балалар ижады үҙәге сығыш яһай.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 248-48-30.

темалар: конкурстар