Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Йыл башынан Өфөлә 2300 кеше эшкә урынлашҡан

Иҡтисад

2013 йыл башынан Өфөлә халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында 2300-ҙән ашыу кеше эшкә урынлашҡан. Йәнә 500-ҙән ашыу кеше хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр буйынса бушлай уҡытырға ебәрелгән.

«Башинформ» агентлығына, Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡыт эсендә 3100-ҙән ашыу кеше иҫәптән төшкән, яҡынса 4000 өфөлө иҫәпкә торған.

Бөгөнгө көндә Башҡортостан баш ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтендә 7650-гә яҡын кеше иҫәптә тора, уларҙың 7200-ҙән ашыуы – эшһеҙ. Ҡаланың вакансиялар банкында әлеге ваҡытта 16700 буш эш урыны иҫәпләнә.

Өфөлә рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,28 процент тәшкил итә. Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте 0,46-ға тиң. Март башында был күрһәткес баш ҡалала 0,51-гә тиң ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть