8 декабрь, Кесе йома

18 март 2013 йыл, 17:27

Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһынан бушатылды

автор: Эльмира Сабирова

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғона ярашлы, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин вазифаһынан бушатылды.

Юғары уҡыу йортонан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта ректор вазифаһын уҡытыу эштәре буйынса проректор Николай Морозкин башҡара. Был вазифаны ул яңы ректор тәғәйенләнгәнгә тиклем биләйәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Әхәт Мостафин Башҡорт дәүләт университеты ректоры итеп 2010 йылдың 25 мартында һайланғайны.