4 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2013 йыл, 16:18

Башҡортостанда «Студент яҙы-2013» старт ала

автор: Эльмира Сабирова

Республиканың юғары уҡыу йорттары араһында «Студент яҙы-2013» фестивале старт ала. Йыл һайын был сара музыка, бейеү, театр, оригиналь жанр, журналистика кеүек төрлө йүнәлештәрҙә эшләгән һәләтле йәштәрҙе йыя.

Юғары уҡыу йорттары араһында үткәрелгән этап йомғаҡтары буйынса иң яҡшы тип табылған номерҙар бөтә республика гала-концертында киң тамашасыға тәҡдим ителәсәк.

Бынан тыш, еңеүселәр Ульяновскиҙа үткәреләсәк дөйөм Рәсәй кимәлендәге фестивалдә ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәгенән.