8 декабрь, Кесе йома

18 март 2013 йыл, 15:59

Республика оҫталары «Ладья. Яҙғы фантазия-2013» күргәҙмәһендә ҡатнашты

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан оҫталары Мәскәүҙә «Рәсәйҙең халыҡ художество промыслалары» ассоциацияһы менән ойошторолған XIV «Ладья. Яҙғы фантазия-2013» күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашты. Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең иң ҙур йәрминкәһендә Башҡортостан оҫталарының эштәрен бер стенд итеп «Мираҫ» хәйриә фонды тәҡдим итте.

Күргәҙмәлә Өфөлә эшләүсе һигеҙ оҫтаның 200-гә яҡын изделиеһы тәҡдим ителде. Айырыуса иғтибар экспозицияла кейеҙ изделиеларға бүленде.

– Беҙҙең стендта күлдәктәр, жакеттар, баш кейеме, аяҡ кейеме, биҙәүестәр, бейәләйҙәр тәҡдим ителде. Шулай уҡ ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар, яулыҡтар һәм башҡа изделиелар алып килдек, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «Мираҫ» хәйриә фондының генераль директоры Илшат Иманғолов.

Бынан тыш, күргәҙмәлә фольклор коллективтары сығыш яһаны, һөнәрселәр үҙҙәренең белемен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. Теләгән һәр кем төрлө изделиелар эшләп ҡараны. Балалар оҫталыҡ дәрестәрендә бушлай ҡатнашты.