Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 69.67 ↓

20 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың Милли йәштәр театры гастролдәр менән Ханты-Манси автономиялы округына барасаҡ

Йәмғиәт

20-26 мартта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры гастролдәр менән Ханты-Манси автономиялы округына бара, унда башҡорт труппаһы Туфан Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» музыкаль комедияһын күрһәтәсәк. Актерҙар Сорғот, Нефтеюганск, Нижневартовск, Лангепасе, Лянторе һәм Түбәнге Сартым ҡалаларында сығыш яһаясаҡ.

Был күңелле комедияла ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илсур Хәбиров, Нәғим Нурғәлин, Венер Камалов, Гөлшат Ғайсина, Альбина Кашанова, шулай уҡ Илнур Лоҡманов, Радмир Абдуллин башҡара.

Милли йәштәр театрының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, гастролдәр 2008-2017 йылдарға иҫәпләнгән «Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарға ярҙам итеү маҡсатында үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть