10 декабрь, Шәмбе

18 март 2013 йыл, 12:55

Башҡортостан Президенты Ишембай ҡалаһы һәм районы активы менән территорияны үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Шәмбе, 16 мартта, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ишембай ҡалаһы һәм районы активы менән территорияның бөгөнгө хәлен, проблемаларын һәм уны үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Президент төп йүнәлештәр, шул иҫәптән аграр йүнәлеш буйынса бурыстарҙы билдәләне. Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов фермаларҙы яңыртырға һәм аграр секторҙың иген етештереү йүнәлешен үҫтерергә саҡырҙы.

Башҡортостан Президенты фекеренсә, Ишембай районы «500 ферма» программаһында әүҙем ҡатнашырға тейеш. Үткән йылда республикала 70-кә яҡын ферма төҙөлгән, быйыл йәнә 120 ферма төҙөү планлаштырыла.

Иген етештереү өлкәһенә килгәндә, төбәк башлығы был йүнәлеште үҫтереү кәрәклеген билдәләне. Теләһә ниндәй һауа шарттарында ла республикала өс миллион тонна иген етештерелергә тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов. Шуларҙың ике миллионы – төбәктә ҡалырға, ә бер миллион самаһы һатыуға йүнәлтелергә тейеш. Техника, технологиялар, фән – беҙҙә барыһы ла бар, шуға күрә һауа шарттарына буйһонорға тейеш түгелбеҙ, тип иҫәпләй Президент.

Ишембай районына, 2012 йылда ҡоролоҡтан зыян күргән төбәк булараҡ, 12 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Шулай уҡ орлоҡ һатып алыу һәм ауыл хужалығы эштәрен үткәреү өсөн финанс ярҙам ҡаралған.

Районда бер нисә инвестиция проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Уларҙың береһенә ярашлы, «ИНМАН» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә производствоны өс тапҡырға ҙурайтыу күҙ уңында тотола. Австрияның Palfinger концерны был маҡсаттарға 22 миллион евро бүлергә әҙер.

«Ҡуштау» тау саңғыһы курортын төҙөү иҫәбенә туристарҙы йәлеп итеү йәнә бер аҡса эшләү ысулы булып тора. Белорет районының был өлкәләге тәжрибәһе яҡшы мөмкинлектәр хаҡында һөйләй.

— Белоретта саңғыла шыуыусылар һаны ике тапҡырға артты, ҡунаҡханалар, кафелар эшмәкәрлеге шунда уҡ әүҙемләште, аҡса килә башланы, — тине Башҡортостан Президенты. – Бының өҫтөндә эшләргә кәрәк.

Йыйылышта социаль мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Президент һүҙҙәренсә, киләсәктә Ишембайҙың барлыҡ медицина объекттары бер үҙәктә тупланасаҡ – биш йыл эсендә заманса медицина ҡаласығы төҙөләсәк. Алдағы өс йылда ҡалала ҙур бала табыу йорто төҙөләсәк.

Демографик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн, Президент иҫәпләүенсә, тәү сиратта йәштәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртырға кәрәк. Бының өсөн уларҙы торлаҡ, эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм балалар баҡсалары менән тәьмин итеү зарур.