11 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2013 йыл, 11:54

Ишембайҙа яңы бала табыу йорто төҙөләсәк

автор: Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова

Рөстәм Хәмитовтың Ишембай үҙәк район дауаханаһына эш сәфәре барышында ҡалала 60 урынға иҫәпләнгән бала табыу йортон төҙөү мәсьәләһе тикшерелде.

Ҡала яңы бала табыу йортона күптән мохтаж. Үткән быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән бала табыу йорто ныҡ иҫкергән. Шул уҡ ваҡытта Ишембайҙа тыуым артыуы күҙәтелә.

Президентҡа хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылда әлеге бала табыу йортонда 927 сабый донъяға килгән, ә ағымдағы йылдың ике айында 200 сабый тыуған.

— Бала табыу йорто төҙөлһә, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын, бала табыу бүлеген, интенсив терапия, хирургия бүлектәрен бер урынға туплап буласаҡ, — тине дауахананың баш табибы урынбаҫары Евгения Перова.

Әлеге ваҡытта проект документацияһы экспертиза үтә, бынан һуң финанслау күләме билдәле буласаҡ.

Иҫке бала табыу йорто торлаҡ итеп йыһазландырыласаҡ.