Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Ишембайҙың 29-сы балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге менән танышты

Йәмғиәт

16 мартта, Ишембай районы буйлап эш сәфәре сиктәрендә, Рөстәм Хәмитов капиталь ремонттан һуң асылған 29-сы «Аист» балалар баҡсаһында булды. Унда сәләмәт балалар менән бер рәттән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар ҙа тәрбиәләнә.

Ремонт эштәре бында сифатлы һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — ни бары ярты йылда башҡарылған.

Бөгөнгө көндә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында дүрт төркөм эшләй, яҡын арала йәнә өс төркөм асылырға тейеш. Киләсәктә балалар баҡсаһына 220 сабый йөрөйәсәк, тип көтөлә.

«Аист» балалар баҡсаһында физкультура-сәләмәтләндереү сараларына айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Учреждениела массаж, физиотерапия бүлмәләре, физкультура залы эшләй.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының йәнә бер үҙенсәлеге — «Йәш ата-әсәләр мәктәбе». Ул буласаҡ тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре өсөн тәғәйенләнгән. Психолог баланы яңы мөхиткә әҙерләү үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт менән таныштыра. Бынан тыш, балалар һәм ата-әсәләр өсөн ижади кисәләр ойошторола.

Президент ата-әсәләр менән аралашып, Ишембайҙың алдынғы ҡала булыуын, бында балалар баҡсаларына сираттың бәләкәй булыуын билдәләне. Осрашыу һуңында Рөстәм Хәмитов учреждениеға музыкаль үҙәк бүләк итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть