8 декабрь, Кесе йома

18 март 2013 йыл, 10:46

Республика Президенты гидроманипуляторҙар етештереү буйынса «ИНМАН» предприятиеһында булды

автор: Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Ишембайға эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов гидроманипуляторҙар етештереү буйынса махсуслашҡан «ИНМАН» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Әлеге техника нефть-газ комплексы, коммуналь хужалыҡ, энергетика предприятиеларында, юл һәм төҙөлөш ойошмаларында һәм башҡа өлкәләрҙә киң ҡулланыла.

«ИНМАН» — илдә гидроманипуляторҙар етештергән берҙән-бер предприятие. Бындай продукция етештереү буйынса донъяла лидер булып торған Palfinger концерны (Австрия) ҡарамағында эшләй. Ишембай манипуляторҙары Рәсәй һәм БДБ илдәренә поставкалана. Айына бында 80 миллион һумға продукция етештерелә. Төп производствола 300 кеше эшләй.

Заводтың генераль директоры Евгений Киселев Президент менән аралашыу барышында яңы етештереү майҙансығы төҙөү буйынса пландары менән бүлеште. Бөгөнгө көндә «ИНМАН» предприятиеһының Ишембай һәм Салауат ҡалаларында ике майҙансығы эшләй, һәр береһе дүрт мең квадрат метр тәшкил итә. 2017 йылға тиклем иҫәпләнгән яңы проектҡа 22 миллион евро кәрәк буласаҡ. Инвестор булып Palfinger компанияһы сығыш яһай.