11 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2013 йыл, 10:11

Рөстәм Хәмитов Ишембай районында булды

автор: Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ишембай районында булды.

Эш сәфәре сиктәрендә республика Президенты Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводында булды. Бында «Октифайн» маркаһындағы крекинг катализаторҙары етештереү буйынса комплекс эшләй. Уның ҡеүәте йылына 20 мең тонна тәшкил итә. Был нефть эшкәртеү процестарында ҡулланылған төп катализаторҙарҙың береһе булып тора. Ул Ишембайҙа етештерелә башлағанға тиклем, илдең барлыҡ нефть эшкәртеү предприятиелары Америкала етештерелгән катализаторҙар ҡулланған. Бөгөнгө көндә иһә Ишембай заводы Рәсәй һәм БДБ илдәре баҙарҙарын үҙенең продукты менән тулыһынса тәьмин итә ала.

Бындай уңыш көсөргәнешле хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора, тип иҫәпләй заводтың генераль директоры Александр Бодрый. Заводта катализаторҙарҙы һынап ҡарау һәм уларҙың химих-физик үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн заманса йыһазландырылған махсус үҙәк эшләй.

2012 йылда Ишембай заводында 328 миллион һумға продукция етештерелгән. Бөгөнгө көндә производство тулы ҡеүәтенә эшләмәй, тауар һатыу баҙарын киңәйтеү предприятиеның төп бурысы булып тора.

Рөстәм Хәмитов был продуктҡа авторлыҡ танытмаһы алыу буйынса эште тиҙләтергә тәҡдим итте.

«Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1985 йылда булдырылған. «Стәрлетамаҡ катализаторҙар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән бер рәттән ул Рәсәйҙә катализаторҙар етештереү буйынса иң ҙур компанияларҙың береһе — «КТН Групп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте составына инә.