Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

23 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы составына инде

Сәйәсәт

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Эшлекле советының Рәсәй Федерацияһынан милли бүлеге рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан.

Бындай ҡарарҙы Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Эшлекле советының Рәсәй Федерацияһынан милли бүлеге рәйесе Сергей Катырин ҡабул итте.

Азат Фазлыевҡа ШОС Эшлекле советының Рәсәй Федерацияһынан милли бүлегенең Рәсәйҙең сауҙа-сәнәғәт палаталары буйынса ойоштороласаҡ сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса эшмәкәрлеген координациялау бурысы йөкмәтелә. Шулай уҡ Азат Фазлыев 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле форумын ойоштороуға булышлыҡ итәсәк, ШОС Эшлекле советының Рәсәй Федерацияһынан милли бүлегенең имиджын күтәреү маҡсатында киң мәғлүмәт саралары менән эшләйәсәк.

Теги: шос
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть