Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Билдәле ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов Салауат Юлаев ордены менән наградланды

Йәмғиәт

Республика Президенты Указы менән билдәле ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов Салауат Юлаев ордены менән наградланды. Был юғары наградаға Роберт Абдрахман улы «мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн» лайыҡ булды, тиелә документта.

Үткән йылдың декабрендә танылған музыкант һәм педагог, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» халыҡ-ара конкурсы лауреаты Роберт Заһретдинов үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Бөгөн, 13 мартта, Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында уның юбилей кисәһе үтә. Программала республиканың билдәле артистары ҡатнаша.

Ә инде 14-15 мартта Робер Заһретдинов Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында үтәсәк төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы жюрийын етәкләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть