3 декабрь, Шәмбе

13 март 2013 йыл, 13:58

Бала саҡтан I төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға пенсия күләмен 8704 һумға тиклем арттырыу планлаштырыла

автор: Әлим Фәйезов

Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты беренсе уҡыуҙа бала саҡтан I төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға социаль пенсия күләмен арттырыу тураһындағы закон проектын ҡабул итергә тәҡдим итте. Был хаҡта көн элгәре комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Галина Карелова хәбәр итте.

Ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр, Президенттың етем балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса саралар тураһындағы указына ярашлы, РФ Хөкүмәте менән әҙерләнде, тип хәбәр итә ER.ru.

— Закон проекты бала саҡтан I төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға социаль пенсия күләмен айына 1,5 мең һумдан ашыуыраҡҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота. Шулай итеп, ул 7253 һумдан 8704 һумға тиклем артасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, әгәр закон ҡабул ителһә, пенсия күләме үткән көн менән, йәғни 2013 йылдың 1 ғинуарынан арттырыласаҡ. Бөгөнгө көндә бындай пенсияны 764 меңдән ашыу кеше ала. Әлеге саралар инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең матди хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Әлбиттә, был йүнәлештәге эш артабан да дауам ителергә тейеш, — тип билдәләне Галина Карелова.