Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең яңы художество етәксеһе тәғәйенләнде

Йәмғиәт

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе итеп Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡул ҡуйҙы.

Филүс Хәсән улы Ҡаҙаҡбаев 1971 йылда Ейәнсура районында тыуған. Башҡорт хореография училищеһын, Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай.

1992 – 2011 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй. 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исеменә лайыҡ була.

2001 йылдан – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармониһында эшләй. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы ағзаһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть