Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала йәштәргә патриотик тәрбиә биреү буйынса программа әҙерләнәсәк

Йәмғиәт

Шишәмбе, 12 мартта, Башҡортостан Хөкүмәте ҡармағындағы Йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияһының сираттағы ултырышында йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре тикшерелде.

Вице-премьер Марат Мәһәҙиев йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлде, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында патриотизм формалаштырыу өлкәһендә власть органдарының үҙ-ара килешеп эш итеүен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелде. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда граждандарҙы патриотик рухта тәрбиәләү буйынса маҡсатлы программа әҙерләү һәм ҡабул итеү планлаштырыла.

Ултырышта шулай уҡ йәштәрҙең финанс белемен арттырыу һәм уларҙы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге серҙәренә төшөндөрөү буйынса семинарҙар һәм курстар үткәреү тәжрибәһен йәйелдереү, ауылдарҙа йәштәр менән эшләү буйынса белгестәр әҙерләү өсөн йәйге мәктәптәр ойоштороу һәм үткәреү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть