7 декабрь, Шаршамбы

13 март 2013 йыл, 9:52

Рөстәм Хәмитов: «Сәнәғәт производствоһы күләмдәрен кәметергә ярамай»

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Шишәмбе, 12 мартта, БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостанда ҙур һәм урта бизнес мәсьәләләре, шулай уҡ төбәктә сәнәғәт производствоһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр тикшерелде. Сараны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

Кәңәшмәне асып, республика Президенты 2012 йылдың Башҡортостан иҡтисады өсөн дөйөм алғанда уңышлы булыуын билдәләне. Президент һүҙҙәренсә, сәнәғәт производствоһы күләмдәре кәмемәһен өсөн, барыһын да эшләргә кәрәк. Республика үҙ өҫтөнә ҙур финанслауҙы күҙ уңында тотҡан социаль бурыстар алған ваҡытта был айырыуса актуаль. Мәҫәлән, былтыр төбәктә уртаса эш хаҡы күләме 18,5 мең һумдан 20,5 меңгә тиклем арттырылды.

— 2013-2015 йылдарҙа эш хаҡын арттырыуға беҙҙең сығымдар 84 миллиард һум тәшкил итергә тейеш, — тине республика башлығы. – Был сумманың яртыһы тиерлек бюджетта бар, әммә икенсе яртыһын ҡайҙан алырыбыҙҙы белмәйбеҙ әле. Шуға күрә сәнәғәт производствоһы үҫешен кәметергә ярамай. Беҙгә һеҙҙең яҡшы, тотороҡло, уңышлы эшләүегеҙ кәрәк, — тип мөрәжәғәт итте Президент предприятие етәкселәренә.

Республиканың бизнесты үҫтереүгә финанс ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәре сикле. Был бюджет дефициты менән бәйле. Быйыл дефицит яҡынса 12,5 милиард һум тәшкил итә.

Президент фекеренсә, бизнесты үҫтереү өсөн булған мөмкинлектәрҙе, шул иҫәптән БР Дәүләт Йыйылышының закон сығарыу мөмкинлектәрен тулы ҡеүәтендә файҙаланырға кәрәк.

Республика башлығы бизнес вәкилдәрен производствоны әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән закон сығарыу башланғыстары өҫтөндә әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы.