3 декабрь, Шәмбе

12 март 2013 йыл, 18:09

Башҡортостан Президенты: «Урал аръяғын үҫтереү программаһы тейешле темптар менән тормошҡа ашырылмай»

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программа тейешле темптар менән тормошҡа ашырылмай, тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

— Әлбиттә, алға китеш бар. Ҙур эш башланыҡ, әммә әлеге программаны үҫтереү темптары беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Хөкүмәтендә 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаны тормошҡа ашырыуға арналған ултырышта Рөстәм Хәмитов.

Бөгөнгө көндә Урал аръяғында 334 меңгә яҡын кеше, йәғни Башҡортостан халҡының 8,2 проценты йәшәй. Төбәк майҙаны республика биләмәһенең яҡынса 28 процентын тәшкил итә.

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында сәнәғәт тармаҡтарының тейешле кимәлдә үҫешмәгән булыуы эш урындары етешмәүгә, халыҡ мәшғүллеге кимәленең түбән булыуына һәм халыҡтың башҡа төбәктәргә күпләп китеүенә килтерә.

Шул уҡ ваҡытта күрелгән саралар ярҙамында һуңғы ике йыл эсендә Урал аръяғында 2500 яңы эш урыны булдырылған. Әммә быға ҡарамаҫтан, Сибайҙан тыш, төбәктең башҡа райондарында эшһеҙлек кимәле уртаса республика күрһәткестәренән юғарыраҡ булып ҡала.

Башҡортостан Президенты фекеренсә, бөгөн Урал аръяғы райондары алдында торған бурыстарҙың береһе – ул социаль-иҡтисади йәһәттән үҫеш кимәлен арттырыу. Был райондарҙы үҫтереүҙә уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн, төбәкте кадрҙар менән тәьмин итеү зарур. Ә белгестәр райондарға ҡайтһын өсөн, улар өсөн тейешле шарттар булдырырға кәрәк. Атап әйткәндә, торлаҡ һәм тейешле хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү талап ителә.

Шулай уҡ ҡануниәтте камиллаштырыу мәсьәләне хәл итеүҙә мөһим сара булып тора.

— Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарының аграр төбәк кенә түгел, ә сәнәғәт төбәге булыуын да аңлайбыҙ. Шуға күрә мәсьәләне хәл итеү өсөн ҙур сәнәғәт предприятиелары мөмкинлектәрен әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

Тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр араһында Башҡортостан Президенты Сибай һөт-консерва кобинатында («Урал аръяғы продукттары» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә) килеп тыуған хәлде атаны. Бөгөнгө көндә әсә һөтөн алмаштырған эсемлек етештереү буйынса был предприятиеның эшмәкәрлеге туҡтатылған, 220 хеҙмәткәр эшенән бушатылған. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бындай предприятиелар Рәсәйҙә күп түгел, шуларҙың береһе беҙҙә эшләй ине. Комбинатты һаҡлап ҡалырға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.

Урман ресурстарынан файҙаланыу Урал аръяғында ғына түгел, тотош республикала борсолоуҙар тыуҙыра. Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, был өлкәлә ҡайһы бер һөҙөмтәләр ҙә бар, әммә «беҙ әле һаман ағас әҙерләп, уны һатыуҙан ары китмәгәнбеҙ». Урман хужалығы өлкәһендә тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары етерлек кимәлдә түгел.

— Урал аръяғы — ауыл хужалығы, металлургия сәнәғәте өсөн сеймал поставкалаған төбәк, әммә бында әҙер продукттар етештерелмәй тиерлек. Республика предприятиелары тейешле әүҙемлек күрһәтмәй, шуға күрә беҙ күрше төбәктәр өсөн сеймал етештереүсе ролен башҡарабыҙ, — тине Хөкүмәттә үткән ултырышта Башҡортостан Президенты.