6 декабрь, Шишәмбе

12 март 2013 йыл, 16:42

Армен Джигарханян театры тыуған көнөн билдәләй һәм Өфө тамашасыһы өсөн бүләк әҙерләй [ВИДЕО]

автор: "Башинформ"

Армен Джигарханян етәкселегендәге Мәскәү драма театры бөгөн үҙенең 17-се тыуған көнөн билдәләй. 1996 йылдың 12 мартында Мәскәү Хөкүмәтенең Мәҙәниәт буйынса комитеты Указы менән Мәскәү драма театры булдырыла. С.А.Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының Армен Борисович үҙе етәкләгән курсын тамамлаған йәштәр театрҙың тәүге актерҙары була. Учреждение тәүҙә «Д» театры» исемен йөрөтә.

Был ваҡыт эсендә театр гастролдәр менән Себерҙә, Уралда, Литвала, Латвияла, Үҙәк Рәсәйҙә һәм Кавказ аръяғында уңышлы сығыш яһай.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Башҡортостан баш ҡалаһында театр гастролдәре 20-23 апрелдә үтә. Өфө тамашасыһына  «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Мона», «Пигмалион», «Нерон һәм Сенека осоро театры» исемле өс спектакль тәдим ителәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәскәү драма театры спектаклдәренә kassir.ru порталында билеттар һатыла башланы. Билет хаҡы 200 һумдан алып ике меңгә тиклем тора.