Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан менән Иран араһында фәнни-мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Йәмғиәт

«Ихлас» мәсете имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләмов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы эш визиты менән Иран Ислам республикаһында булды. Сәфәр барышында Кум ҡалаһында «Әл-Мостафа» халыҡ-ара университеты менән фәнни-мәҙәни хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.

Яҡтар Ирандан Башҡортостанға педагогтар ебәреү, ике республикала уҡытыусылар һәм дини хеҙмәткәрҙәр өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы уҡытыу курстары ойоштороу тураһында һөйләшеп килеште. Шулай уҡ, килешеүгә ярашлы, яҡтар араһында берлектә ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барыу өсөн шарттар булдырыласаҡ, рус һәм фарсы телдәрен өйрәнеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек ойоштороласаҡ.

Иранда Башҡортостан вәкилдәре белемен камиллаштырҙы, урындағы алдынғы дин һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән танышты, файҙалы бәйләнештәр булдырҙы.

Шулай уҡ сәфәр барышында делегация ағзалары Тегеранда урынлашҡан «Ансары Та Ха» дини һорауҙарға яуап биреү милли үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән танышты, Фатима Махсум дини комплексында, Ирандың төрлө музейҙарында, уҡыу йорттарында, китапханаларында булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть