4 декабрь, Йәкшәмбе

12 март 2013 йыл, 12:17

Республикала 2013 йылда 43 меңдән ашыу бала беренсе класҡа бара

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда балаларҙы беренсе класҡа алыу өсөн заявкалар ҡабул ителә башланы. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың барлыҡ мәктәптәре билдәле адрестарға һәм микрорайондарға беркетелгән. 1 авгусҡа тиклем мәктәптәрҙә яҡында урынлашҡан йорттарҙа йәшәгән граждандарҙан заявкалар ҡабул ителә. 1 августан 1 сентябргә тиклем теге йәки был мәктәптә уҡырға теләгән, әммә белем биреү учреждениеһына беркетелгән адрес буйынса теркәлмәгән граждандар заявка бирә ала.

— Мәктәптәрҙе микрорайондарға беркетеү механизмы һәр балаға белем биреү йортонда урын гарантиялай ала. Шул уҡ ваҡытта буласаҡ беренсе класс уҡыусылары өсөн ҡабул итеү буйынса һынауҙар һәм тестар үткәрелмәй, — тип билдәләне БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Рәмилә Ишемғолова.

Баланы мәктәпкә биреү өсөн ата-әсәләргә мәктәп администрацияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙең менән баланың тыуыу тураһында таныҡлығын һәм уның йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһында таныҡлығын алып килеү мотлаҡ.

Төбәктең Мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәре фаразлауынса, быйыл республикала 43 меңдән ашыу бала беренсе класҡа бара.