8 декабрь, Кесе йома

12 март 2013 йыл, 11:30

Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш индергән өсөн премияға дәғүә итеүселәрҙән заявкалар ҡабул ителә

автор: Галина Бахшиева

«Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалары фонды социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш индергән өсөн премияға дәғүә итеүселәрҙән заявкалар ҡабул итә башланы. Премияның генераль бағыусыһы булып – Стратегик инициативалар агентлығы, ойоштороусылар булып Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Йәмәғәт палатаһы сығыш яһай.

2013 йылда премия ете номинацияла тапшырыла. Улар араһында — «Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә шәхси өлөш индергән өсөн», «Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә лидерлыҡ өсөн», «Социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса иң яҡшы төбәк проекты өсөн», «Социаль эшҡыуарлыҡты киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы яҡтыртҡан өсөн» һәм башҡалар. Тулыраҡ мәғлүмәт «Беҙҙең киләсәк» фондының рәсми сайтында урынлаштырылған.

Премияға дәғүә итеүселәрҙән заявкалар 2013 йылдың 29 мартына тиклем ҡабул ителә. Лауреаттарҙы наградлау тантанаһы ағымдағы йылдың 16 майында үтә.