5 декабрь, Дүшәмбе

12 март 2013 йыл, 10:56

Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу тәртибе раҫланды

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республика ҡатнашлығында Дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу тәртибе раҫланды. Документта дәүләт власының башҡарма органдары һәм урындағы үҙидара органдары менән дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын әҙерләү, координациялау һәм тормошҡа ашырыу механизмдары билдәләнгән.

Белгестәр фекеренсә, Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын файҙаланыу ихтыяжы ҙур. Тәү сиратта һүҙ социаль әһәмиәтле объекттар тураһында бара. Инвестиция проекттарынан айырмалы рәүештә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланғысы менән дәүләт сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта бындай партнерлыҡ механизмдары шәхси партнерҙарға ижтимағи инфраструктура объекттарын үҫтереүҙә ҡатнашырға мөмкинлек бирә.

— Төбәктә дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн ҡайһы бер шарттарҙы үтәү мәһим. Атап әйткәндә, һөҙөмтәле административ структура, тейешле инвестицион мөхит һәм, әлбиттә, урындағы ҡануниәт булыуы шарт. Был талаптарҙы эҙмә-эҙлекле үтәйбеҙ, — тип билдәләне Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин.

Тулыраҡ мәғлүмәт республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған.

темалар: бр хөкүмәте