Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Краснокама районында тхэквондо буйынса БР Мәғариф министрлығы беренселеге үтте

Йәмғиәт

Краснокама районында 10-13 йәштәрҙәге спортсылар араһында тхэквондо буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының асыҡ беренселеге үтте. Николо-Березовка урта мәктәбендә үткәрелгән ярыштарҙа республика ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Клубтар араһында беренсе урынға – Өфөләге «Квон» клубы, икенсе урынға – Октябрьский ҡалаһының «Гепард» клубы, өсөнсө урынға Краснокама районының «Спартак» клубы лайыҡ булды.

Федерациялар араһында беренесе урынды – Башҡортостан Республикаһының тхэквондо федерацияһы, икенсе урынды – Волга буйы федераль округындағы Тхэквондо үҫеше федерацияһының Ырымбур өлкәһе буйынса вәкиллеге, өсөнсө урынды Удмуртия вәкилдәре яуланы.

Бөтә спортсылар миҙалдар, грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.

Теги: тхэквондо
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть