6 декабрь, Шишәмбе

07 март 2013 йыл, 14:57

Башҡорт дәүләт педагогия университетында татар милли ижады кисәһе үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡортостан татарҙары конгресы һәм «Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәге менән ойошторолған тамаша үтте. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сара туған телгә һөйөү тәрбиәләү, милли традицияларҙы һәм йолаларҙы үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторолдо.

Осрашыуға композитор һәм йырсы Резеда Сабитова, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Дилә Булгакова, шағир, драматург Земфира Муллағәлиева, композитор Альбина Имаева, шағир Алиса Шәнгәрева килде.

Сара 65-се татар гимназияһы уҡыусыларының, «Аҫылйәр» вокаль төркөмөнөң концерт номерҙары менән байытылды.