10 декабрь, Шәмбе

07 март 2013 йыл, 14:40

Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар берлеге вәкилдәре билдәле политолог Сергей Кара-Мурза менән осрашты

автор: Алик Шакиров

Мәскәүҙә, Башҡортостандың РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең конференц-залында, билдәле политолог Сергей Кара-Мурза Башҡортостан студенттары менән осрашты. Осрашыу Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы менән ойошторолдо. Ассоциация ағзаһы Гүзәл Хәсәнова хәбәр итеүенсә, бындай саралар Башҡортостан яҡташтар берлегенең «Дискурс» интеллектуаль-дискуссия проекты сиктәрендә үткәрелә. Шулай итеп, республиканың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә БР Гуманитар тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре Азат Бирҙин һәм Юлдаш Йосопов, тарих фәндәре докторы, БашДУ профессоры Булат Аҙнабаев менән осрашыуҙар ойошторолдо. Киләһе бындай сараны билдәле публицист Борис Кагарлицкий менән үткәреү планлаштырыла.

«Дискурс» проекты координаторы Азамат Лоҡманов хәбәр итеүенсә, проект маҡсаттары студенттар ассоциацияһының төп маҡсаты менән тап килә. Атап әйткәндә, проект студенттар араһында интеллектуаль мөхит булдырыуҙы күҙ уңында тота.

— Студент йылдарында булдырылған ышаныслы мөнәсәбәттәр киләсәктә команданың конструктив эшләүенә булышлыҡ итә. Бының өсөн интеллектуаль ихтыяжға нигеҙләнгән коммуникация майҙанын булдырырға тырышабыҙ. Тап бөгөнгө студенттар 15-20 йылдан республиканы үҫтереү йүнәлештәрен билдәләйәсәк. Ә система уртаҡ маҡсаттар билдәләү һәм үҙ-ара килешеп эш итеү шарттарында ғына һөҙөмтәле эшләй. Быны беҙ командала эшләү тип атайбыҙ, — тине Азамат Лоҡманов.