Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Һылыуҡай-2013» конкурсында еңеүсе билдәләнде

Йәмғиәт

«Һылыуҡай-2013» республика конкурсы Гран-прийына Бөрйән районынан Әнүзә Ғиззәтуллина лайыҡ булды. 19 йәшлек ҡыҙ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарихи һәм хоҡуҡи белем биреү факультетында уҡый.

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Әнүзә юрист булырға теләй. Шулай уҡ конкурста еңеүсе үҙен телевидениела һынап ҡарарға уйлай.

Быйыл матурлыҡ бәйгеһе финалында Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Дүртөйлө, Мәсетле, Миәкә райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән 12 ҡыҙ ҡатнашты.

Беренсе урынға һәм вице-мисс «Һылыуҡай-2013» исеменә Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы студенткаһы Динә Әхмәтйәсәүиева лайыҡ булды.

Финалға сыҡҡан гүзәл заттарҙың барыһы ла ҡиммәтле приздар һәм сәскәләр менән бүләкләнде. Ә еңеүсегә бәйгенең төп атрибуты – таж менән ҡуша ноутбук, биҙәүестәр комплекты, сертификаттар тапшырылды.

Конкурсты ойоштороусылар булып «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Аҙна» гәзите сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть