11 декабрь, Йәкшәмбе

07 март 2013 йыл, 12:22

2013 йылдың яҙы Өфөлә Рудольф Нуриев билдәһе аҫтында үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

17 мартта мәҙәни донъя данлыҡлы бейеүсе Рудольф Нуриевтың тыуыуына 75 йыл тулыуҙы билдәләй. Был көндө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Херман Левенсхольдтың «Сильфида» балетын күрһәтәсәк.

Теүәл бер айҙан, 17 апрелдә, Рудольф Нуриев исемендәге XIX Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале башлана. Фестиваль Р.Нуриев исемендәге «Gaudeamus — Гала» Башҡорт хореография колледжы уҡыусыларының һәм уны тамамлаусыларҙың концерты менән асыла.

18-19 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Италия ҡунаҡтары – Лилиан Кози труппаһы сығыш яһаясаҡ.

20 апрелдә Өфө тамашасылары өсөн Людвиг Минкустың «Баядерка» балеты тәҡдим ителәсәк.

21 апрелдә ике ваҡиға көтөлә: «Мәскәү» рус камера балеты солистары бер актлы «Эдит Пиаф: Бер нигә лә үкенмәйем...» балетын күрһәтәсәк һәм Өфөлә үткәрелгән халыҡ-ара конкурстар лауреаттарының гала-концерты ойоштороласаҡ.

22 апрелдә – Людвиг Минкустың «Дон Кихот» балеты, 23 апрелдә Адольф Адандың «Жизель» балеты тәҡдим ителәсәк.

Фестиваль 24 апрелдә гала-концерт менән тамамлана, тип хәбәр итте БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова.