Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Зөһрә Рәхмәтуллина Нуриман районында балалар баҡсаһын асыу тантанаһында ҡатнашты

Сәйәсәт

Нуриман районында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан яңы балалар баҡсаһын асыу тантанаһы үтте. 30 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Иҫке Бәҙәй мәктәбендә асылды. Тантаналы сарала Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтллина ҡатнашты.

— Иҫке Бәҙәй ауылында йәшәүсе йәш әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр өсөн был ваҡиға 8 Март байрамына иң ҡиммәтле бүләк булды, — тип билдәләне депутат, бәләкәстәргә уйынсыҡтар тапшырып. – Балалар өсөн бөтә шарттар булдырылған: заманса талаптарға яуап биргән, зауыҡ менән йыһаҙландырылған бүлмәләр, төрлө уйынсыҡтар, яҡшы тәрбиәселәр һәм, иң мөһиме, — яңы дуҫтар бар.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын асыу тантанаһы менән бергә ауыл халҡы «Уярны» мари байрамын да үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар алдында Ҙур Шиҙе ауылының «Весела сескем» балалар бейеү коллективы, Иҫке Бәҙәй ауылының «Чимари» мари халыҡ фольклор коллективы концерт номерҙары менән сығыш яһаны, шулай уҡ театрлаштырылған тамаша, төрлө уйындар, ярыштар ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть