11 декабрь, Йәкшәмбе

07 март 2013 йыл, 10:09

Рөстәм Хәмитов: Халыҡ художество промыслалары яңы идеяларға мохтаж

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Шаршамбы, 6 мартта, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһы коллективы менән осрашты. Осрашыу барышында предприятие проблемалары һәм халыҡ художество промыслалары тармағын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан Президенты етештереү цехтарында булды. Предприятие Башҡортостанда биҙәү-ғәмәли сәнғәт мәктәбе лидеры булып тора, бында 500 төр продукция етештерелә.

«Ағиҙел» буйлап экскурсиянан һуң Рөстәм Хәмитов предприятиены артабан үҫтереү буйынса фекерҙәре менән бүлеште. Уның һүҙҙәренсә, коллектив халых ижады традицияларын һаҡлау буйынса мөһим эш башҡара, әммә баҙар шарттарында заманса тенденцияларҙы иҫәпкә алыу, сит илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү мөһим. Президент сит илдәргә сәфәрҙәр ойоштороу йәһәтенән ярҙам итергә һүҙ бирҙе.

Предпрятие йәш кадрҙарға, яңы идеяларға мохтаж, быны оҫталар үҙҙәре лә таный. Әммә эш хаҡы түбән, дөйөм ятаҡ һәм балалар баҡсаһы булмау сәбәпле йәштәр бында килергә ашыҡмай. Өҫтәүенә йәш белгестәр бик әҙ: республикала халыҡ художество промыслаһы өлкәһендә бер уҡыу йорто ла маҡсатлы рәүештә белгестәр әҙерләмәй.

Балалар баҡсаһы мәсьәләһен Рөстәм Хәмитов үҙ контроленә алды. Тармаҡ өсөн белгестәр әҙерләү мәсьәләһен, вице-премьер Лилиә Ғүмәрова фекеренсә, БР Мәҙәниәт министрлығы менән бергә хәл итергә була. Әлеге ваҡытта «Ағиҙел» төбәктең Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы ҡарамағында, әммә предприятие БР Мәҙәниәт министрлығына яҡыныраҡ тора. Шуға күрә алдағы ваҡытта производствоны икенсе ведомство ҡарамағына күсереү мәсьәләһе ҡараласаҡ.

Предприятие 14 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан, коллективта 190 кеше эшләй. «Ағиҙел»дең генераль директоры Зөһрә Исмәғилева һүҙҙәренсә, производствоға өс-дүрт мең квадрат метр ҙа етер ине, бушатылған майҙандарҙа Өфөнөң башҡа халыҡ оҫталарын урынлаштырырға мөмкин. Рөстәм Хәмитов Халыҡ ижады йортон булдырыу идеяһын хупланы.

Предприятие мәсьәләләрен тикшергән ваҡытта бөтә тармаҡ эшмәкәрлеген көйләгән норматив документ әҙерләү идеяһы килеп тыуҙы. Бөгөнгө көндә бындай документ юҡ.

— Хөкүмәт кимәлендә халыҡ промыслалары темаһын үҫтереү өҫтөндә эшләй башлаясаҡбыҙ, — тине Президент. – Барыһын да ентекле уйлап, иҫәпләп сығарырға, теркәргә кәрәк.

Рөстәм Хәмитов Лилиә Ғүмәроваға өс ай эсендә кәрәкле база әҙерләргә ҡушты.

— Июнь айында ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итергә тейешбеҙ, — тине Президент. – Бынан һуң норматив документтар ҡабул итәсәкбеҙ. Кәрәк тип табылһа, Башҡортостан Республикаһында халыҡ промыслалары тураһында закон ҡабул итәсәкбеҙ. Бәлки, тап ошонан башларға кәрәктер.

Осрашыу һуңында Рөстәм Хәмитов предприятиела эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы һәм коллектив менән фотоға төштө.