7 декабрь, Шаршамбы

06 март 2013 йыл, 18:05

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл-2013» конкурсы старт ала

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда 11 мартта «Айыҡ ауыл-2013» конкурсы старт ала. Өфөгә Мәскәүҙән махсус ҡунаҡ — «Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш союзы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, «Айыҡ Рәсәй» федераль проекты рәйестәше Владимир Жданов килә.

«Айыҡ ауыл» конкурсы «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында 2012 йылда старт алған «Айыҡ Рәсәй» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.

Алкоголле эсемлектәр һәм башҡа наркотиктар ҡулланыуҙы кәметеү буйынса йәмәғәтселектең һәм дәүәләттең тырышлыҡтарын берләштереү проекттың төп маҡсаты булып тора. Уның сиктәрендә халыҡ өсөн профилактик лекциялар, семинарҙар, айыҡлыҡ дәретәре үткәреү планлаштырыла.