9 декабрь, Йома

06 март 2013 йыл, 15:36

Рөстәм Хәмитов: «Инвалид баланы тәрбиәгә алған ғаиләләргә түләүҙәр 500 мең һумға тиклем арттырыласаҡ»

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда инвалид баланы тәрбиәгә алған ғаиләләргә түләүҙәр 500 мең һумға тиклем арттырыласаҡ. Был хаҡта шаршамбы, 6 мартта, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республикала йәшәүсе күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырып, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Наградаларға биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 56 ҡатын эйә булды.

— Халыҡ һанын арттырыу, демографик хәлде яҡшыртыу дәүләттең төп бурысы булып тора. Был йәһәттән 2012 йыл беҙҙең өсөн уңышлы булды – республикала 60 меңгә яҡын сабый тыуған, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы билдәләүенсә, балалар баҡсаларына сираттар мәсьәләһе лә хәл ителә. Шулай итеп, үткән йылда Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 14,5 меңгә яҡын урын булдырылған.

Наградлау тантанаһында Башҡортостан Президентына Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылынан башланғыс кластар уҡытыусыһы Луиза Ниязғолова мөрәжәғәт итте. Ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәгә алған күп балалы ғаиләләргә ярҙам итергә тәҡдим итте. Ҡатын алты бала үҫтерә, уларҙың береһе – тәрбиәгә алынған инвалид бала. Әммә Луиза Ниязғолова уларҙы айырып ҡарамай, һәр береһен бөтә йөрәктән ярата.

Башҡортостан Президенты был башланғысты хупланы.

— Балалар йорттарынан, интернаттарҙан һәм махсус учреждениеларҙан баланы тәрбиәгә алған ғаиләләргә ярҙам итергә тырышабыҙ. Сәләмәт баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр республика бюджетынан 400 мең һум күләмендә әсәлек капиталы ала. Бөгөнгө көндән инвалид баланы тәрбиәгә алған граждандар өсөн был сумманы 500 мең һумға тиклем арттырасаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.